+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Апрель , 10:00

Бурыс

Көндәрҙән бер көн падишаһ һунарға сыҡҡан. Ау артынан ҡырҙан ҡырға йөрөгәндә, иген иккән бер әҙәмгә осраған. Эргәһенә килеп сәләм биргән, тегенеһе лә сәләмен алып, тынып ҡалған. Падишаһ хәҙрәттән һораша башлаған: – Нимә эшләйһегеҙ?

Бурыс
Бурыс
– Ғүмерегеҙгә доға ҡылып, иген игәмен, солтаным.
– Йылына ни тиклем ашлыҡ алаһың?
– Бәғзе йыл – йөҙ, ҡайһы йыл биш йөҙ.
– Ул аҡсаны ни урындарға тотонаһың?
– Хоҙайға шөкөр, һеҙгә доғалар әйтеп, бер өлөшөн үҙ кәрәктәремә тотонам: бурыстарымды түләйем, бурысҡа бирәм, солтаным.
– Ни өсөн бурысландың? Бурыс алыу ни өсөн кәрәк булды?
– Бала сағымда, һис бер эшкә ярамаһам да, атай-әсәйем мине кейендерҙе, туҡландырҙы. Уларға бурысландым, солтаным. Инде улар ҡартайҙы, бер эшкә ярамайҙар. Ашатып-эсереп бурысымды түләйем.
– Шулай булһын. Бурысҡа бирәм тигәнеңде нисегерәк аң­ларға? Бурысҡа аҡса биреп файҙаланыуҙың хәрәм икәнлеген белмәйһеңме ни?!
– Биш йән бәләкәй балаларым бар. Уларҙы ашатып, эсереп торам, солтаным. Мин ҡартайғас, улар мине ҡарар. “Бурысҡа бирәм”, – тигәнем шул.
Ә һеҙ бурыстарығыҙҙы теүәл түләйһегеҙме, бурысҡа бирәһе­геҙме?
 

Фото: diafilmy.su
Автор:
Читайте нас: