+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Май , 15:20

Байлыҡмы, әллә һаулыҡмы?

Бер кеше ҡыш көнө иртән уянып, урамға сыға һәм ҡар өҫтөндә эҙ күрә. Эҙҙәр өйгә табан килмәгән, ә сығып киткән. Эҙ буйынса бара торғас, был кеше тау ҡыуышлығына барып сыға.

Байлыҡмы, әллә һаулыҡмы?
Байлыҡмы, әллә һаулыҡмы?
– Бөгөн йортобоҙға ҡар өҫтөндә эҙ ҡалдырмайынса килеп, эҙ ҡалдырып китеүсе бындамы? – тип өндәшә.
– Эйе, – тигән яуап ишетелә.
– Һин кем? – тип һорай кеше.
– Мин – бәрәкәт.
– Ниңә киттең?
– Һиңә асыуландым.
– Аллаһ ризалығы өсөн, зинһар, ғәфү ит. Мин – бик ауырлыҡ менән донъя көткән фәҡир кеше. Һин киткәс, бөтөнләй астан үләсәкбеҙ, зинһар, кире ҡайт, – тип илай-илай үтенә.
– Ярай, артымдан эҙҙәрем буйынса килеп тапҡаның өсөн, бер теләгеңде үтәйәсәкмен. Әйт, ниндәй теләгең бар? – тип һорай бәрәкәт.
– Нәмә һорарға ла белмәйем, шуға күрә, рөхсәт бирһәң, өйгә ҡайтып, ғаиләм менән кәңәшләшһәм, һәйбәт булыр ине, – тип, бәрәкәттән рөхсәт алып, ҡайтып китә.
Ғаилә ағзалары төрлө кәңәштәр бирә. Ҡайһы берәүҙәре – байлыҡ, икенселәре – сәләмәтлек, өсөнсөләре яңы йорт һорарға ҡуша. Был хаҡта һәр береһе үҙ теләген әйтеп, талашып-ыҙғышып бөткәнсе, килен кеше барыһын да тынысландырып: “Әйҙәгеҙ, үҙ арабыҙға берҙәмлек һорайбыҙ”, – ти. Ни хикмәт, бөтәһе лә әлеге фекер менән килешә.
Һәм был кеше бәрәкәт янына барып “Беҙгә берҙәмлек кәрәк” тигәс, бәрәкәт:
– Мине ҡыҙыҡ иттегеҙ, сөнки берҙәмлек – икенсе исемем. Берҙәмлек булған ерҙә минән башҡа булмай. Тимәк, миңә киренән һеҙгә ҡайтырға тура килә, – ти һәм был кеше менән китә.
Берҙәмлектә – көс, берҙәмлектә – байлыҡ, матурлыҡ, бәрәкәт, бәхет.

(“Бәхетлеләр” календарынан.)
Фото: vk.com
Автор:
Читайте нас: