+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Май , 08:10

Әле бер кем дә уны ҡыуып етә алғаны юҡ...

Егет кеше бик матур ҡыҙға ғашиҡ була. Атаһын кәләш һоратырға ебәрә. Атаһы ҡыҙҙы күрә лә, үҙе ғашиҡ була. Ата менән ул араһында ыҙғыш китә. Былар муллаға баралар. Мулла ҡыҙҙы күрә лә, үҙе ғашиҡ була. Китәләр ҡазыйға. Ҡазый ҡыҙға үҙе ғашиҡ була. Китә талаш...

Әле бер кем дә уны ҡыуып етә алғаны юҡ...
Әле бер кем дә уны ҡыуып етә алғаны юҡ...

Шунда ҡыҙ әйтә, кем мине беренсе булып ҡыуып етә, мин шуныҡы булам, ти. Шулай тип әйтә лә, үҙе атҡа менеп сабып китә. Тегеләр ҡыҙ артынан ҡыуа төшәләр. Бара торғас, береһе ҡолап ҡала, икенсеһе осоп төшә. Шунда ҡыҙ туҡтай ҙа : Минең исемем ДОНЪЯ ти, күпме генә минең арттан ҡыуһағыҙ ҙа ҡыуып етә алмаҫһығыҙ, ти.
Шулай дуҫтар! Донъя артынан ҡыуып та, әле бер кем дә уны тотоп алғаны юҡ, бер кем дә мәңгелек түгел. Шуға ата-әсәләрҙең, туғандарҙың, яҡындарҙың, балаларҙың, таныш-белештәрҙең, дуҫтарҙың ҡәҙерҙәрен белеп, татыулыҡта йәшәргә яҙһын һәммәбеҙгә лә! 

Фото: triptonkosti.ru

Автор:
Читайте нас: