+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Базилик – тәбиғи антибиотик

Бер йыллыҡ шифалы үҫемлек беҙгә Һиндостан һәм Цейлон яҡтарынан килгән. Хуш еҫле һәм үҙенсәлекле тәмгә эйә булған үләнде тәүҙә кулинарияла ҡулланалар. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң халыҡ табиптары уны дауа булараҡ файҙалана башлай.

Базилик – тәбиғи антибиотик
Базилик – тәбиғи антибиотик
Иң төп шифалы үҙенсәлеге бакте­рияларға ҡаршы көрәшергә ярҙам итеүсе эфир майҙарына бай булыуында. Бынан тыш, унда С, В2, РР витаминдары, каротин, шәкәр, фитонцидтар, Р-рутин бар.
Үҙенең дезинфекциялау, бактерия­ларға ҡаршы тороу үҙенсәлектәре буйынса базилик организмды күп инфекциянан һаҡларға һәләтле. Хатта бөтә төр инфекциянан һаҡлай, тип әйтергә мөмкин. Респиратор ауырыуҙарҙың һәр төрөн, тын юлдарының вируслы, бактериялы, бәшмәкле инфекцияларын, шулар иҫәбендә бронхитты, астманы дауалауҙа файҙаланыла. Базилик ашҡаҙан-эсәк трактына ла ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты нығыта. Уны шулай уҡ киҙеүҙән, һалҡын тейеүҙән, үпкә ауырыуҙарынан, тән температураһын төшөрөү, тирләтеү сараһы булараҡ та тәҡдим итәләр. Танауҙан һәм үпкәнән артыҡ лайланы, йыуан эсәктәге артыҡ газды сығарырға ярҙам итә, нервы туҡымаларын нығыта, туҡлыҡлы матдәләрҙең үҙләштерелеүен, хәтерҙе яҡшырта. Зиһенде яҡшыртыу өсөн уның төнәтмәһенә бал ҡушып эсәләр.
 
Ангина
Дүрт ҡалаҡ ваҡланған япрағына 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут ҡайнатырға. Әҙер булғас, һөҙөп, көнөнә ике-өс тапҡыр тамаҡты йылы төнәтмә менән сайҡатырға.
 
Конъюнктивит, күҙ ҡабағының ялҡынһыныуы
Ике ҡалаҡ базиликҡа 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғансы тоторға. Марляны ошо төнәтмәгә сылатып, күҙгә ябырға. Шулай уҡ көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә.
 
Баш ауыртҡанда
Бер ҡалаҡ базилик, йылантамыр (шалфей), мелисса ҡатнашмаһына 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, бер балғалаҡ бал өҫтәргә һәм әҙ-әҙләп йотомлап эсергә. Ярты сәғәттән баш ауыртыуы үтер. Был төнәтмә шулай уҡ тынысландыра һәм ҡурҡыу, хәүефләнеү тойғоһон баҫа.
 
Фото: pokayadoma.ru
Автор:
Читайте нас: