+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Апрель , 20:00

Хата

Зәлиә сибәр, теремек һәм ата-әсәһенең берҙән-бер балаһы булып үҫеп етте. Ата-әсәһе – уҡытыу­сылар. Мәктәпте иһә Зәлиә шау “бишле”нән генә торған аттестатҡа тамамланы. Ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, Өфөгә Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инде. Ауылдан булғас, әлбиттә, дөйөм ятаҡҡа урынлашты. Бүлмәлә өс ҡыҙ күрешеп, танышып, татыу ғына уҡыуҙы башлап ебәрҙе. Белемде Зәлиә теләп, яратып үҙләштерҙе. Ата-әсәһе, ҡыҙҙарының уңыштары менән ҡыҙыҡһынып, кәңәштәрен биреп торҙо.

Хата
Хата

Бер көн шулай дәрестән сығы­уына төркөмдәше Заһир ишек төбөндә көтөп тора. “Зәлиә, әйҙә ятаҡҡа тиклем бергә атлайыҡ”, – ти үҙе. Шулай һөйләшә-таныша егет менән ҡыҙ бергә атланы. Заһир ҡалаға яҡын ғына ауылдан, табиптар ғаиләһенән икән. Үҙе лә ғаилә традицияһын боҙмай, медицина өлкәһен һайлаған. Йәштәр һөйләшә-һөйләшә ҡайтып еткәндә­рен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Көн артынан көн үтте, йәштәр айырылмаҫ булды. Уҡыу йортон тамамларға ла күп ҡалманы. Бер көн Заһир Зәлиәне матур фильм ҡарарға саҡырҙы. Кино тамам­ланғас, йәштәр ҡабаланып ҡай­тырға сыҡты. Урамда ҡараңғы төшкәйне, ҡышҡы көндәр ҡыҫҡа шул. Заһир Зәлиәгә: “Бер минутҡа ғына туҡта әле, Зәлиә, әйтәһе һүҙем бар ине”, – тип туҡтатты. “Туҡтамай ғына әйтеп булмаймы, Заһир? Ятаҡ бикләнә бит”, – тине Зәлиә. “Мин һиңә ғашиҡ икәнемде аңланым, яратам һине, Зәлиә. Ауылға ҡайтһам да, башҡа ҡыҙҙар күҙемә лә күренмәй, һин генә күҙ алдымда, буй-һының, йылмайыу­ҙарың, тауышың – ҡолағымда”, – тине. Зәлиә ҙур, матур ҡара күҙҙәрен тултырып, егеткә ҡарап аптырап ҡалды. Шул арала Заһир Зәлиәне ҡосаҡлап үбеп алды. Көтөлмәгән хәлдән баҙап ҡалған Зәлиә, Заһирҙы этеп, ысҡынырға тырышып ҡараны, ләкин егеттең ҡулы көслө шул, ысҡына алманы. Шулай итеп, Зәлиә кино ҡарарға барып, егеттең хистәренә асыш яһап ҡайтты.

Шул көндән алып, ике йәш йөрәк, энә менән еп кеүек, гел бергә генә йөрөнө. Уларҙың дуҫ­лығы тураһында барыһы ла белде, хатта уҡытыусылары киҫәтеү ҙә яһап ҡуйҙы: “Ҡарағыҙ, беҙгә бала килтерә күрмәгеҙ”, – тинеләр. Ә Зәлиә менән Заһирҙың башына ундай уй кереп тә сыҡманы, улар саф егет, ҡыҙ булып дуҫлыҡтарын дауам итте.

Бер шулай ауылға ялға ҡайт­ҡанда, Зәлиә әхирәттәре менән клубҡа барҙы. Унда йәштәр гар­мунға бейейҙәр ине. Зәлиә, иптәш ҡыҙы менән арығансы бейеп, урынына килеп баҫты. Шуны ғына көтөп торғандай, үрге ос егете Рәшит, оса-ҡуна тигәндәй, ҡыҙҙар алдына килеп, тыпырҙап бейергә саҡырып, ай-вайҙарына ҡуйма­йынса, алып төшөп китте.

Бейеүҙәр тамамланғас, йәштәр ҡайтырға сыҡты. Арттарынан Рәшит ҡыуып етте: “Ҡыҙҙар, көтөп тороғоҙ, оҙатып ҡуяйым, әтеү ҡурҡырһығыҙ”, – тине, шаяртып. Гөлнур өйҙәренә кереп китте. Зәлиәләргә өс өй аша ғына уларҙың йорто. Рәшит Зәлиә менән ары атланы, ҡайтып еткәс, Зәлиә: “Ярай, Рәшит, оҙатҡаның өсөн рәхмәт, әтеү Гөлнур менән ҡурҡыр инек”, – тине. “Ярай, Зәлиә, рөхсәт итһәң, һәр ваҡыт шулай оҙатырмын”, – тине Рәшит. “Юҡ, кәрәкмәй, Рәшит, беҙ бит Гөлнур менән икәү, ҡурҡмайбыҙ”, – тип яуапланы ҡыҙ. Шулай шәмбе үтеп тә китте.

Тәмле еҫ танауын ҡытыҡла­ғанға, кирелә-һуҙыла ғына килеп торҙо Зәлиә. Халатын эләктереп, аш бүлмәһенә инде, әсәһе тәрилкә өйөп ваҡ бәлеш бешергән, ҡоймаҡ ҡойған. “Әйҙә, ҡыҙым, йыуын да сәй эсеп алайыҡ”, – тине,  арҡа­һынан һөйөп. Әсәле-ҡыҙлы икәү­ләшеп, сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә сәй эстеләр. “Балам, һин өйҙә саҡта тултырма тултырып алайыҡ, ата­йың яратҡанса, бауыр үткәрәйек, тары ярмаһы, һарымһаҡ ҡушыр­быҙ, бик тәмле була шулай, һин дә яратаһың уны”, – тине әсәһе. Үткән ялда күп итеп билмән яһап ҡуйғайнылар. Яңы йыл байрамына ла күп ҡалманы.

Атаһы Зәлиәне Өфөгә илтеп ҡуйҙы. Зәлиәләрҙең бүлмәһенә йәлп итеп Заһир килеп тә керҙе . Күмәкләп, күстәнәстәр менән сәй эсеп алғас, Заһир менән Зәлиә дәфтәр-ручка алырға магазинға сығып китте. Заһир Зәлиәһен супылдатып үбеп алды: “Зәлиә, мин һине бер тәүлек эсендә һағынам, һин минең һулар һауам, һинһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, һинһеҙ йәшәй алмам кеүек”, – тине.

Шулай уҡыуҙар дауам итте.

Бына Яңы йыл байрамы ла етте. Һәр төркөм үҙҙәре әҙерләгән концерт номерҙарын күрһәтте. Яҡшы тип табылған сығыштар бүләк­ләнде. Шулай итеп, уҡыусылар каникулға, өйҙәренә таралышты.

Зәлиәләр Яңы йыл байрамын әхирәте Гөлфирәләрҙә ҡаршыларға булды, сөнки уның ата-әсәһе ҡалалағы туғандарына ҡунаҡҡа киткәйне. Өй аулаҡ. Ҡыҙҙар йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Йәштәр ундан артыҡ булып йыйылып китте. Яңы йылды ҡаршылағандан һуң, клубҡа сығып бейеп ҡайттылар. Яңынан өҫтәлгә ултырып, арыу ғына булып алғандан һуң, бер кем дә ҡайтып торманы, кем ҡайҙа урын таба, шунда барып тәгәрәне.

Зәлиә, үҙен бик ҡыйын тойоп, башы сатнап ауыртып, уянып китте. Ҡараһа, эргәһендә Рәшит йоҡлап ята. Зәлиәгә һалҡын һыу ҡойған­дай, тертләп китте, етмәһә эске кейемдән генә. Зәлиә, тиҙ генә һикереп тороп, Гөлфирәнең халатын эләктереп, йыуыныу бүлмә­һенә бикләнде. Әле айлығы бу­лырға ваҡыты етмәһә лә, үҙенең кейемендә ҡан таптары күреп, ҡобараһы осто. Нимә булғанын аңлаған Зәлиәнең үкенеү-әрнеү­ҙәренең иге-сиге юҡ ине.

Зәлиә йоҡо бүлмәһенә кереп кейенде лә йоҡлап ятҡан Рәшитте һелкетеп уятты: “Нимә эшләнең һин?” – тип асыуланып өндәште лә ишектән сығып йүгерҙе.

Өйгә кереп, йыуынып, кейем­дәрен алмаштырып, юрған аҫтына сумды. “Нишләнем? Нишләрмен инде? Нимә тип әйтермен?” – тигән осһоҙ-ҡырыйһыҙ һорауҙар йәнен өҙгөләне.

Кис әхирәте Гөлфирә урамға саҡырҙы. Уларҙы ҡапҡа янында Рәшит тә көтөп тора ине. Өсәүләп урам буйлап атланылар, ҡайтҡанда Рәшит Зәлиәне оҙата килде: “Зә­лиә, борсолма, мин бит һине яратам, өйләнешербеҙ”, – тине. Рәшиттең һүҙҙәре Зәлиәне бер аҙ тынысландырһа ла, Заһирын уйлап, йөрәге урталайға бүленгәндәй булып һыҙланы. “Балаға уҙһам, За­һирға нисек аңлатырмын? Күҙҙәренә нисек ҡарармын?” – Зәлиә үҙ ғәйебен танып, нишләргә лә белмәне. Шулай итеп, Зәлиә ике ут араһында ҡалды. Уҡыу йортон тамамларға ла ваҡыт еткән, имтихан тапшырып, диплом алаһы ғына ҡалды. Зәлиә балаға уҙғанын белде.

Бер көн бөтә ҡыйыулығын йыйып, был турала Заһирға нисек булған, шулай һөйләп бирҙе. Заһир был көтөлмәгән хәбәрҙән аптырап, шаңҡып ҡалды. “Ярай, Зәлиә, һин бит белеп хыянат итмәгәнһең, яңылышлыҡ менән булған хата бит, ярай, уҡып бөткәс, өйләне­шербеҙ, борсолма, бер баланы үҫтерербеҙ”, – тине.

Студенттар, имтихандарын тапшырып, өйҙәренә таралышты. Зәлиәнең ауырлы икәне күҙгә ташланғас, атаһы менән әсәһе хәлгә асыҡлыҡ индерергә булды. Зәлиә хәлде нисек булған шулай бәйән итте. Атаһы: “Юҡ, ҡыҙым, Заһирҙы онот, йөҙөбөҙгә оят килтермә, бала үҙенең атаһы менән үҫергә тейеш, Рәшиткә кейәүгә сығаһың”, – тине. Атаһы иҫке телефонды үҙенә алды. Шулай итеп, Заһир менән бәйләнеш өҙөлдө. Заһир Зәлиәгә әленән-әле шылтыратҡан һайын, автоматтың “Такой номер не существует” тигән яуабын ишетте. Был ваҡытта Заһирға военкоматтан саҡырыу ҡағыҙы килде. Заһир, шулай итеп, хәрби хеҙмәткә юлланды. “Ярай, Ватан алдындағы бурысымды үтәп ҡайтайым, бер йыл ғына бит. Ҡайтҡас, Зәлиәмде барып табырмын, өйләнешербеҙ”, – тип уйланы.

Йәмле йәй. Туй көнө билдә­ләнде. Зәлиә туйҙың аҙа­ғына тиклем ишектән Заһир килеп инер тип көттө, тик өмөтө бушҡа булды. Шулай итеп, Рәшит менән Зәлиәнең малайы тыуҙы. Тормош дауам итте.

Заһир хеҙмәтен тултырып ҡайт­ты. Зәлиәгә шылтыратып та ҡара­ны, интернеттан да эҙләне, ундай ҡыҙҙы таба алманы. Әсәһенең һеңлеһе йәшәгән ҡаланан Заһирға эш килеп сыҡты. Егет шунда барып эшкә урынлашты. Уҡыған һөнәре буйынса хирург булып эш башланы. Үҙе урынлашҡан дауаханала Зәлиәгә оҡшап торған ҡыҙ менән танышты һәм тиҙҙән өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Зиләһе бер-бер артлы ул менән ҡыҙ табып бирҙе. Ләкин Зәлиәһе гелән Заһирҙың күҙ алдында торҙо. Төшөндә лә күреп ыҙаланды.

Ә Зәлиә күңеле менән һаман Заһирҙы көттө. Ана-бына һөйгәне килеп инер кеүек тойолдо. Шуға ла башҡа бала тапҡыһы ла килмәне уның.

Ә Заһир Зиләгә һәр ваҡыт яңылыш Зәлиә тип өндәште. “Ниңә миңә һәр ваҡыт Зәлиә тип өндәшәһең, Заһир? Шундай исемле ҡыҙың бар инеме әллә?” – тип һораны Зилә бер көн. “Эйе, төркөмдәш ҡыҙ бар ине”, – тине Заһир.

Бер төн Зилә иренең “Зәлиәм, яратам һине, һағындым һине”, – тип йоҡо аралаш һаташҡанына уянып китте. Шул төн түҙемлегенең сиге булды ла инде ҡатындың.

Заһир йоҡонан тороуға Зилә, әйберҙәрен йыйып, балаларҙы кейендереп йөрөй. “Нимә булды, Зилә, ҡайҙа йыйындығыҙ?” – тине ире, аптырап. “Арыным мин, Заһир, яңғыҙлыҡтан, үҙең – минең янда, күңелең – Зәлиәң эргәһендә, ҡуй, яфаламайыҡ бер-беребеҙҙе. Бөгөн дә Зәлиәм тип һөйләндең төшөңдә. Эҙләп тап Зәлиәңде, миңә лә тыныс булыр, беҙ әсәйҙәргә ҡайтып киттек”, – тип таксиға ултырып, юлға сыҡтылар. Шул көндән бирле Заһир яңғыҙы ғүмер итте.

Бер көн Зәлиә интернет селтәренән Заһирҙы эҙләп ҡарарға булды һәм тапты бит! Хирург Заһир, фотоһы ла бар, тап үҙе. Зәлиә шулай ҙа ышанмай ғына хәбәр ебәрҙе. Яуап килде, ысынлап та, Заһир ине ул. Хәбәрләшеп торҙолар. Зәлиәгә шулар билдәле булды: Заһир Зәлиәне ҡыҙ фа­милияһы менән эҙләп яңылышҡан икән. Яңғыҙы йәшәй, ҡатыны менән айырылышҡандар. Зиләгә мөхәб­бәтһеҙ генә өйләнгән булған икән ул, ә уйҙары һәр ваҡыт Зәлиәлә булған. Ғаиләне балалар хаҡына һаҡларға тырышып ҡараған Заһир, килеп сыҡмаған. Шулай смс-тар менән аралашып, хәбәрләшеп тора улар. Йәй Заһир тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡан ваҡытта осрашырға насип була уларға.

Терапевт булып эшләп йөрөгән Зәлиәгә эше буйынса Өфөгә юл төшә. “ГАЗель’’-дән килеп төшө­үенә, туҡталышта Зәлиә сәскә бәйләме тотоп торған, олпатлана төшкән ирҙе күрә. Нисектер таныш та кеүек буй-һыны. Зәлиә ҡабала­нып такси туҡталышына атлай. “Зәлиә!” тигән тауышҡа боролоп ҡарай һәм был ирҙең Заһир икәнлеген таный. “Зәлиә, туҡта”, – тип ҡыуып етә Заһир. “Һинме был, Заһир? Ҡайҙан белдең минең килерҙе?” – ти Зәлиә, шатлығын йәшерә алмайынса. “Яҙғайның бит ‘’Өфөгә киләм’’ тип, сюрприз эшләргә булдым. Һине күрер көндәрем бар икән, Зәлиәкәйем”, – тип ҡосаҡлап үбә башлай. “Күпме эҙләнем һине, Зәлиә!” – тип үҙе илай ине. “Мин дә һине ошоғаса эҙләнем, көттөм, ана-бына ос­рашырбыҙ, ҡауышыр­быҙ тип, Заһир”, – тип әсенеп илай Зәлиә лә.

Туҡталыштағылар уларҙың күҙенә лә салынманы, ә халыҡ уларҙы тын да алмай, баш сайҡап, иҫтәре китеп күҙәтте. Зәлиә менән Заһир, такси яллап, кафеға китте. Нисә йыл буйы йыйылған хәбәр­ҙәрен һөйләште ике ғашиҡ. Заһир, Зәлиәне “ГАЗель”-гә ултыртып, оҙатып ҡалды. Ошо күрешеүҙәре һуңғыһы икәнен әле улар белмәй ине. Телефондан һөйләшеп торҙолар. Заһир ҡан баҫымынан яфалана ине. Шулай ғүмер дауам итте. Һалҡын ҡыштар үтеп, яҙ етте. Ни өсөндөр Заһирҙан хәбәр туҡтаны. Зәлиәнең смс-тарына яуап булманы. Зәлиә эстән генә: “Моғайын, 8 Март байрамына сюрприз эшләп, сәскәләр тотоп килеп керергә уйлайҙыр әле”, – тип уйланы.

Тулҡынланыуҙан, ниҙер һиҙгән­дәй, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Тап шул минутта Заһирҙың телефонынан шылтырау яңғыраны. Зәлиә: “Эйе, тыңлайым, Заһир, ҡайҙа юғал­дың?”– тип һорауҙар теҙҙе. Телефондан йәш егет тауышы яңғы­раны: “Зәлиә апай һеҙ булаһы­ғыҙмы? Атайым шылтыра­тырға ҡушҡайны... Атайымды ерләнек... Инфаркт булды уға”, – тип ҡот осҡос хәбәр әйтте лә телефонын һүндерҙе... “Нисек? Нимә? Ерлә­нек?..” Зәлиәне йәшен һуҡҡандай булды, күҙ алды ҡараңғыланып, башы әйләнде. Ултырған кресло­һынан иҙәнгә тәгәрәп төшөп, ҡысҡырып илап ебәрҙе: “Заһир, Заһир, ниңә мине ташлап киттең, ғүмер буйы көттөм бит мин һине, саҡ табышҡайныҡ бит... Мөхәб­бәтем минең...” – тип үкһеп, тәгәрәп йөрөп иланы Зәлиә. Ярай өйҙә бер үҙе ине. Ҡайғылы хәбәрҙән оҙаҡ иҫенә килә алмай йөҙәне Зәлиә. Шулай ҙа үҙен ҡулға алды. Зәлиә Заһирҙың үлемендә үҙен ғәйепле тойҙо. “Яңы йылда шул хәлгә тарымаған булһам, ошо бәхетһеҙ­лек булмаҫ ине. Заһир менән минән дә бәхетлерәк пар булмаҫ ине” тип уйланы ул, әсенеп. Бер хата ике кешене бәхетһеҙ итте... “Тәҡдиремә шулай яҙылғандыр, яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул”, – тип үҙен йыуатты Зәлиә...

Рүзәлиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-02-25/hata-2706832

Автор:
Читайте нас: