Байрамды икенсе төрлө Изге Валентин көнө тип тә йөрөтәләр. Уны төрлө илдәрҙә төрлөсә ҡаршы алалар. Бөйөк Британияла был көндө ҡыҙҙар тәрәҙәгә ҡарап, үҙҙәренең һөйгәнен көтә, уның ниндәй булыуын самаларға тырыша. Данияла яратҡан кешеңә кипкән аҡ сәскәләр, ә Францияла ҡиммәтле таштар бирергә кәңәш ителә. Америка Ҡушма Штаттарында Ғашиҡтар көнөн беренсе тапҡыр 1777 йылда байрам иткәндәр, нәҡ ошо көндән бер-береңә валентинкалар биреү ғәҙәткә инеп тә киткән инде. Японияла байрам ХХ быуаттың 30-сы йылдарынан ғына үткәрелә башлай, йыш бирелә торған бүләк – шоколад.
Ә бүләккә килгәндә инде уны ысын йөрәктән яратып бирһәң, бер кеше лә битараф ҡала алмаҫ! Шуға ла ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе ихластан яратығыҙ һәм йөрәгегеҙ ҡушҡан бүләктәр генә алығыҙ. Һөйгәнегеҙгә оҡшамай ҡалмаҫ: йөрәктәгеһе генә йөрәккә барып етә бит.