+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
10 Март 2022, 10:15
Әҙипте иҫкә алып
Яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе Кәбир АҠБАШЕВтың тыуыуына – 90 йыл. САРАФАН ТЕЛЕФОНЫ (Шаярып)
Әҙипте иҫкә алып
Күрәҙәсе Дифа апай
Гел дөрөҫөн әйтә, ти.
Бик күп кеше уға килеп
Рәхмәт әйтеп китә, ти.
Ҡаланан да берәү килгән
Игеҙәктәр таптым, тип,
Береһе көлә, тегеһе илай,
Мин бәләгә ҡаптым, тип.
Дифа апай әйткән уға:
– Ҡолай күрмә дивандан:
Уның береһе бит Имандан,
Икенсеһе – Ивандан.
Өс йыл балабыҙ юҡ, тиеп
Рәйхан да уға барған.
Дифа:
– Күршең иҫән булһа,
Ҡайғырма, – тип ҡайтарған.
Тағы ла әйтсе:
– Бәғзе әҙиптең
Затлы исеме юҡ, төҫө лә.
– Сөнки улар, – тигән Дифа, –
Йәшәмәй бит Өфөлә…
Күрше, һин күп беләһең,
Хатта иҫәпһеҙ һаны.
– Сөнки миндә, – тигән Дифа, –
Сарафан телефоны.
Кәбир АҠБАШ.
Автор:
"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: