Ул саҡта, 1942 йылдың 22 мартында, Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы рәйесе М.Р. Ибраһимов ҡулынан Байраҡты ҡабул итеп, дивизия командиры полковник Миңлеғәле Шайморатов былай тигәйне: «Беҙ халҡыбыҙҙың ышанысын аҡларбыҙ. Дошманға ҡаршы батырҙарса көрәшеп, еңеү менән ҡайтырбыҙ!».
Һәм кавалеристар анттарын намыҫ менән үтәй. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы барышында 112-се дивизия Берлинға тиклем хәрби юл үтеп һәм бөтә алыштар аша байраҡты күтәргән берҙән-бер милли кавалерия дивизияһы булды.