+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
2 Апрель 2022, 09:00

Изге Рамаҙанға аяҡ баҫабыҙ!

Рамаҙан – һәр иманлы йөрәк өсөн ҡыуаныс, һәр изге ғәмәл ҡылыусыға шатлыҡтыр. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: «Иман килтергән бәндәләрем, сәләмәт, ғәйрәтле, көслө, ҡеүәтле, аҡыллы хәлегеҙҙә Рамаҙан айына аяҡ баҫһағыҙ, ураҙа тотоғоҙ”, – тип әйтә.

Изге Рамаҙанға аяҡ баҫабыҙ!
Изге Рамаҙанға аяҡ баҫабыҙ!

Ураҙа һүҙе “тыйылыу” тигәнде аңлата. Ураҙа тотҡан кеше таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем ашау-эсеүҙән, енси мөнәсәбәттәрҙән тыйылырға тейеш. Әммә ураҙа камил булһын өсөн беҙгә шулай уҡ ялған, ғәйбәт, насар һүҙҙәр кеүек кәмселектәрҙән дә арынырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ: “Һеҙҙең ас тороуығыҙ бер кемгә лә кәрәк түгел: Аллаһы Тәғәләгә лә, бәндәләргә лә. Әгәр телебеҙҙе насар һүҙҙән, күңелебеҙҙе боҙоҡ уйҙан һаҡламаһаҡ, ғәйбәттән тыйылмаһаҡ, ураҙа тотоуыбыҙ ябай бер ас тороуға ғына ҡайтып ҡала”, – тине. Тимәк, үҙен мосолман тип таныған кеше ураҙаны сәләмәтлеге йәиһә ябығыу өсөн түгел, Аллаһы ризалығы, рухи яҡтан камиллашыр өсөн тоторға тейеш. Әгәр беҙ сәләмәтлегебеҙҙе генә уйлап йәки ябығырға ғына ураҙа тотһаҡ, бының файҙаһы фәҡәт донъялығыбыҙ өсөн генә була.

Хуш киләһең, Рамаҙан айы!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: