+12 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Иҫтәлекле көндәр
17 Мая 2022, 05:00

17 май – Интернеттың тыуған көнө

Бөгөн ниндәй көн икән, тип ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы? Белеп ҡуйығыҙ: иҫтәлекле көн

17 май – Интернеттың тыуған көнө17 май – Интернеттың тыуған көнө
17 май – Интернеттың тыуған көнө
Интернет селтәрен асып, бөгөнгө көн датаһын ғына яҙып ҡараһаң – әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт сыға. Ә бөгөн, мәҫәлән, интернеттың тыуған көнө. Белеүебеҙсә, бөтә донъя үрмәксеһе йәшәйештең бар өлкәһенә лә үтеп ингән. Һуңғы ун йылда ғына интернет ҡулланыусылар әллә күпме тапҡырҙарға артып киткән. Уның тиҙлеге лә, мөмкинлектәре лә йылдан-йыл күбәйә генә бара бит. Әлеге көндә мәғлүмәт алыуҙа иң мөһим сара һәм сығанаҡ булып иҫәпләнә ул. Әммә шул уҡ ваҡытта бер файҙаһыҙға ваҡытты бушҡа әрәм итеп, көнө-төнө интернетта ултырыу ҙа яҡшыға килтермәүен, сәләмәтлектең дә ныҡ ҡына зыян күреүен, һәр нәмәнең дә самаһын белергә кәрәклеген дә онотмайыҡ әле, дуҫтар!
 
ото: Яндекс. Дзен
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас