

Башҡортостан музейҙары был Бөтә Рәсәй акцияһында ун икенсе тапҡыр ҡатнаша. Быйыл күргәҙмәләр һәм саралар өс мөһим темаға бағышланасаҡ:
— «Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы»;
— «Быуындар хәтере»;
— «Үткәндәрҙе эҙләү — үҙеңде асыу».
«Музейҙар төнө — 2022"лә ҡыҙыҡлы яңы экспозициялар асыласаҡ, күргәҙмә-йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк, тематик экскурсия, балалар өсөн мауыҡтырғыс квест, уйындар, концерт ойоштороласаҡ.
Республикала — барлығы 90, баш ҡалабыҙҙа 19 майҙансыҡ эшләйәсәк.
Музейҙар менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге биргән был саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Фото: yandex.
https://yanshishma.com/news/i-tibar/2022-05-13/muzey-ar-t-n-2022-aktsiya-y-t-2802909