+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
27 Июнь 2022, 10:00

Киләсәк – һеҙҙең ҡулда

Республика йәштәрен байрам уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ! Илебеҙҙең киләсәген нәҡ бына һеҙ – әлеге студенттар, буласаҡ белгестәр хәл итәһегеҙ.

Киләсәк – һеҙҙең ҡулда
Киләсәк – һеҙҙең ҡулда

Өлкән быуынға алмашҡа оҫта, энергиялы, эскерһеҙ, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләүсе һәләтле, маҡсатлы йәштәр киләсәгенә ышаныс ҙур. Бөгөнгө заман кешеһенән мобиллек, стандарт булмаған ҡарарҙар ҡабул итә белеү, һәр яҡлап та хәбәрҙар булыу кеүек сифаттар талап ителә. Улар нәҡ бына йәштәргә хас. Һеҙгә интеллектуаль һәм ижади мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған.

Ғүмерегеҙ ижад шатлығы, мөхәббәт, яҡтылыҡ нуры менән тулы булһын. Уҡыуығыҙҙа һәм эшегеҙҙә уңыштар, бәхет, тормошоғоҙҙа яңы мөмкинлектәр юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Фото: culture.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: