-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
8 Июль 2022, 09:00

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Бөгөн - Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Тәүге тапҡыр был матур байрам илебеҙҙә 2008 йылда билдәләнә. Уның “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тигән иҫтәлекле миҙалы ла бар, ә символы – аҡ сәскә. Белеүебеҙсә, был сәскә элек-электән мөхәббәт билдәһе булып иҫәпләнә.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Ғаилә – мөхәббәт усағы, ихласлыҡ һәм ышаныс сығанағы. Ана шундай ғаиләлә бала шәхес булып тәрбиәләнә лә инде. Ата-әсәһенән, олатай-өләсәһенән ул шәфҡәтлелек, хеҙмәт һөйөүсәнлек, тыуған ереңде яратыу, намыҫлылыҡ, яуаплылыҡ, изгелек, игелек кеүек төшөнсәләргә эйә булырҙай ғаилә дәрестәре алып үҫә. Сабый сағынан уҡ бала ғаиләлә донъяны танып-белергә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға һәм хөрмәт итергә өйрәнә. Юҡҡа ғынамы ни: “Ояһында ни күрһә, осҡанда шул булыр”, тимәйҙәр бит. Тыуған йорттоң йылыһы, туғандарыңды һәм яҡындарыңды ҡайғыртыу, быуындар бәйләнеше – былар барыһы ла баланың кеше булып формалашыуында ҙур роль уйнай. Дуҫ һәм татыу ғаилә тормошта ныҡлы терәк, бәхет сығанағы, тыныслыҡ һәм гармонияға нигеҙ ҙә булып тора.

Ошондай матур байрамда республикабыҙҙа йәшәүсе һәр ғаиләгә  мөхәббәт, тигеҙлек, тыныслыҡ, муллыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ. Балаларыбыҙ беҙҙе һәр ваҡыт шатландырһын, ышаныслы киләсәгебеҙ булып үҫһен. Илебеҙ имен, ғаиләләр ныҡ булһын!

Фото: tabin.rbsmi.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: