+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
8 Июль 2022, 10:00

Ҡорбан салғанда уҡыла торған доға

Малды салыр алдынан, ҡорбанлыҡтың эйәһе йәки һуйыусы хайуанға ҡарап, түбәндәге доғаны уҡый: "Аллаһүммә иннә саләәтии үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәти лилләәһи раббил-гәәләмиинә ләә шәриикә ләһ. Аллаһүммә тәкаббәл һәәзиһил-удхиййәтә (мин фүләәни ибни фүләән) йәки (мин фүләәнәтә бинти фүләән)".

Ҡорбан салғанда уҡыла торған доға
Ҡорбан салғанда уҡыла торған доға

Мәғәнәһе:  Йә Раббым, дөрөҫлөктә, минең намаҙым һәм ғибәҙәттәрем, тереклегем һәм үлемем барса  ғәләмдәрҙең хужаһы Аллаһы Тәғәлә өсөн, Уның һис бер тиңдәше юҡ. Йә Раббым, ошбу ҡорбанды фәлән-фәлән улынан йәки фәлән ҡыҙынан ҡабул ит”.

Шунан һуң: йә, Раббым, бер Үҙеңдең ризалығыңды өмөт итеп сала торған ошо ҡорбанды фәлән улы фәләндән, Ибраһим ғәләйһиссәләмдән ҡабул итеп алған шикелле, ҡабул итеп ал, тип, “Бисмилләһи Аллааһү әкбәр”, тип малды салаһың.

Ҡорбанды хужа кеше үҙе салһа һәйбәт. Доғаһын ғәрәпсә уҡый алмаһа: “Йә, Раббым, бөтә ҡылған ғибәҙәттәребеҙ, уҡыған намаҙҙарыбыҙ, салған ҡорбаныбыҙ – барыһы ла Һинең ризалығың өсөн генә. Һинең һис тиңдәшең юҡ”, – тип әйтһә һәйбәт була. “Йә, Раббым, Һинең ризалығыңды өмөт итеп салған ошо ҡорбанды фәлән улы фәләндән, йә булмаһа, фәлән ҡыҙы фәләндән, Ибраһим ғәләйһиссәләмдән ҡабул итеп алған шикелле, ҡабул итеп ал”, – тип, “Бисмилләәһи, Аллааһү әкбәр”, – тип ҡорбан салғанда бер ниндәй ҙә гонаһ та юҡ.

Салған ҡорбандарығыҙ ҡабул булһын!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: