+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
14 Июль 2022, 10:00

Бөгөн – ҡарағат көнө

Йәйҙең уртаһына ла яҡынлашабыҙ. Баҡса тулы йәшелсә, емеш-еләк гөрләп үҫә. Ҡурай еләге, ҡарағат та өлгөрә башланы. Тырыш хужабикәләр йәйҙең һый-ниғмәттәренән тәмле ҡайнатмалар яһап ҡалырға тырыша.

Бөгөн – ҡарағат көнө
Бөгөн – ҡарағат көнө

Кемдер ҡайната, икенсе берәүҙәр туңдыра, өсөнсөләр киптерә. Быйыл ҡарағат уңышлы булырға оҡшап тора. Уның япрағы ла витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бик бай. Составында эфир майҙары һәм фитоциндтар, С витамины күп. С витамины антиоксидант ролен башҡара, организмды ҡартайыуҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Ҡара ҡарағат

Ҡара ҡарағат – калийға иң байы. Составында В,Р,Е,А,С,К төркөмөнә ҡараған витаминдар фосфор кислотаһы, шәкәр, тимер бар. Көнөнә 20 ҡарағат еләге ашаһаң, иммунитет нығый. Ҡышҡа нисек теләйһең, шулай һаҡларға була. Ул үҙенең барлыҡ файҙалы матдәләрен һаҡлап ҡала. Ҡара ҡарағаттан тәмле десерт та әҙерләргә була.

Ҡарағаттың сәләмәтлекте нығытыуҙан тыш, косметология өлкәһендә лә файҙаһы бик ҙур. Унан яһалған битлектәр майлы тирене таҙарта, ә составында ҡарағат булған кремдар ҡоро бит тиреһен йомшартып ҡына ҡалмай, ә таптарҙан ҙа арындыра, ағарта.

Ҡыҙыл ҡарағат

Ҡыҙыл ҡарағат та ҡараһынан бер ҙә ҡалышмай. Ул һалҡын тигәндә ярҙам итә, тирләтә, температураны төшөрә, еңелсә генә эсте йомшарта. Аппетитты аса, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ҡарағат һуты гемоглобинды, имутитетты күтәрергә ярҙам итә. Ҡыҙыл ҡарағаттан морс бигерәк тә файҙалы.

Аҡ ҡарағат

Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат йыш ҡуланыла, ә бына аҡ төҫтәге ҡарағатты үҫтереү һирәк күренеш. Ә уның составында бит майҙар, аҡһым, клетчатка, А,В,Е,Р витаминдары, микроэлементтар (калий, магний, натрий, фосфор) һәм микроэлемент – тимер бар. Аҡ ҡарағат балалар өсөн дә файҙалы. Сөнки ул сабыҙарҙа аллергия килтереп сығармай. Шулай уҡ йөрәккә файҙаһы бик күп, бала организмында ҡан әйләнәшщен яҡшырта, йөрәккә тулы көс менән эшләргә ярҙам итә.

Фото: vsegda-pomnim.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: