+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
3 Август 2022, 10:00

Бөгөн – Ҡарбуз көнө

Шундай байрам да бар икән. Ҡарбуз көнө менән һеҙҙе, дуҫтар!  

Бөгөн – Ҡарбуз көнө
Бөгөн – Ҡарбуз көнө

Байрам тарихы АҠШ-тан башланып китә. Ни тиһәң дә, бында Милли ҡарбуз көнөн байрам итәләр бит. Етмәһә, Америка, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, ҡарбуз ашау һаны буйынса тәүге урындарҙы биләй. Бында был ризыҡты бик яраталар. Һәр ҡунаҡта тиерлек табын түрен биләй.

Бөгөн ҡарбуз донъяның бөтә илдәрендә лә үҫтерелә, иң күбе – Ҡытайҙа, унан – Төркиә, Иран, Египет, Америка илдәрендә, шулай уҡ Рәсәйҙә һәм Үзбәкстанда. Японияға сәйер ҡарбуз төрҙәрен үҫтереү буйынса тиңләшеүсе юҡ. Бында хатта квадрат, пирамида рәүешендәгеләр ҙә бар.

Ҡарбуз тәмлекәс кенә түгел, бик файҙалы ризыҡ та. Ул А, В, С витаминдарына, фолий кислотаһына бай. Былар иммунитетты нығытырға ғына ярҙам итмәй, нервы системаһы функцияһын нормала тоторға ла булышлыҡ итә. Унан тыш, йөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү системаһына ла яҡшы тәьҫир итә, аҙ ҡанлылыҡ, бауыр, һейҙек ҡыуҙырыу өсөн дә бик һәйбәт.

Фото: kr-pressa.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: