+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
12 Август 2022, 10:00

Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө

1912 йылдың 12 авгусында Рәсәй хәрби ведомствоһында һауа часын штатҡа индереү тураһындағы приказға ҡул ҡуйыла.

Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө
Бөгөн – Хәрби-һауа көстәре көнө

Ошо көндән алып Рәсәйҙә Хәрби-һауа көстәре көнө билдәләнә башлай. Был дата һауа флоты пилоттарының һәм авиация хеҙмәтендә эшләүселәрҙең профессиональ байрамын булдырыу өсөн ҡабул ителә лә инде. Хәрбиҙәрҙең дәрәжәһен арттырыуға, дәүләтебеҙҙең именлеген һаҡлауҙа үҙ бурыстарын үтәгән хәрби-һауа көстәренең эштәрен таныу билдәһе лә.

Һауа флоты барлыҡҡа килгән йылдарҙа авиацияның төп бурысы разведка була. Игорь Сикорскийҙың данлыҡлы “Илья Муромец” самолеты барлыҡҡа килгәндән һуң алыҫҡа осоусы авиация үҫә башлай. Әлеге көндә Рәсәйҙең хәрби-һауа көстәре оборона, стратегия һәм разведка бурыстарын үтәй. Хәрби-транспорт һәм армия авиацияһын берләштерә, ә уларға бомбардировка, штурм, истребитель, разведка, транспорт, һәм махсус авиациялар инә.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тыныс ваҡытта заманса техникаһы һәм һөнәри оҫталығы ярҙамында Рәсәй күге ышаныслы ҡулдарҙа. Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, ҡыйыулыҡ, иң мөһиме күгебеҙҙең тыныс булыуын теләйбеҙ!

Фото: techreporter.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: