+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
16 Август , 10:00

Бөгөн – Тәмле ризыҡ көнө

Был көндө яҡындарығыҙҙы тәмлекәстәр менән һыйларға онотмағыҙ, дуҫтар! Хәҙерге көндә татлы ризыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ! Әле еләк-емеш осоронда төрлө ҡайнатмалар әҙерләп, бәлештәр бешереп тә ҡыуандыра алаһығыҙ.

Бөгөн – Тәмле ризыҡ көнө
Бөгөн – Тәмле ризыҡ көнө

Тәмле ризыҡ көнөндә төрлө саралар ойоштороу йолаға әйләнгән. Мәҫәлән, Швейцарияла Санкт-Мориц тигән ерҙә йыл һайын ашнаҡсылар саҡырылып, матур байрам үткәрелә. Бында килеүселәр үҙенсәлекле яңы ризыҡтар менән һыйланып шатлана. Ә Францияла юғары аш-һыу оҫталығы буйынса халыҡ-ара конкурс ойошторолоуы билдәле.

Фото: https://tr.pinterest.com/pin/675188169117894369/.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в