+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
22 Август 2022, 10:00

22 август – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө

Рәсәйҙә йыл һайын 22 августа Дәүләт флагы көнөн билдәләйбеҙ.

22 август – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө
22 август – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө

Ул Рәсәй Федерацияһы  Президентының 1994 йылдың 20 авгусында “Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө тураһындағы” Указы нигеҙендә ғәмәлгә ашҡан.

1991 йылдың 22 авгусында Мәскәүҙең Аҡ йортонда беренсе тапҡыр өс төҫлө Рәсәй флагы елберҙәй. Ә тәүге аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл төҫтәге флаг Алексей Михайлович идара иткән осорҙа 1668 йылда Голландия инженеры Давид Бутлер төҙөгән “Орёл” урыҫ хәрби карабында күтәрелгән. Был карап әлеге флаг менән бик оҙаҡ йөҙмәгән, Волга буйлап Әстерханға юлланғанда уға ут төрткәндәр.

Өс төҫлө флагтың “атаһы” итеп Пётр I таныла. Ул 1705 йылдың 31 ғинуарында сауҙа судноларында аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә кәрәклеге тураһында Указ сығарған хатта өлгөһөн дә һыҙып биргән. Уның төҫтәрҙе нимәнән сығып һайлауы әлегә тиклем йомаҡ булып ҡала. Ә флаг рәсми статусҡа 1896 йылда ғына эйә була. Ундағы һәр төҫтөң мәғәнәһе бар: аҡ төҫ – азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ, зәңгәр – ышаныс һәм тоғролоҡ, ҡыҙыл – бөйөклөк һәм көс-ҡеүәт.

1918 йылда большевик Яков Свердлов инициативаһы буйынса флагты ҡыҙыл төҫкә алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ә 1991 йылдың 22 авгусында Рәсәй парламентарийҙары коммунистар ҡарарын сығара һәм тарихи Рәсәй флагы рәсми һәм тантаналы рәүештә дәрәжәле урын ала.

Фото: Instagram

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: