+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
23 Август 2022, 13:00

«Һөт иле» унынсы тапҡыр ойошторола

27 августа Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында «Һөт иле» Рәсәй фестивале үтәсәк.

«Һөт иле» унынсы тапҡыр ойошторола
«Һөт иле» унынсы тапҡыр ойошторола

Былтырғыһында 47 тонна һөт аҙығы, 5 тонна аҡ май, 3,6 тонна сыр, 2,3 тонна туңдырма, 4,1 тонна ҡымыҙ, 18 мең банка ҡуйыртылған һөт һатылған булған.

Фестивалдә нимә була:
- һөт йәрминкәһе
- хайуандар менән мини-ферма
- балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре
- аттракциондар
- спорт майҙансыҡтары
- аш-һыу зонаһы
- «Му-му мультики» кинотеатры
- концерт
- «GastrоMaster 2022» кулинария чемпионаты
- «КуРай» гастрономия фестивале
- власть вәкилдәре, һөт аҙыҡтарын етештереүсе һәм эшкәртеүселәр ҡатнашлығында эшлекле программа
- Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли ихата майҙансыҡтары

Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, «Союзмолоко» милли һөт етештереүселәр союзы һәм «Һөт институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашлығында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/milkfest_ufa

https://ye102.ru/articles/obschestvo/2022-08-15/t-ile-n-r-him-itege-2909942

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: