+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Иҫтәлекле көндәр
31 Августа 2022, 05:00

31 август – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Ветеринария хеҙмәте агросәнәғәт комплексының уңышлы үҫешен тәьмин итә.

31 август – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө31 август – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө
31 август – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө

Был өлкәлә үҙ һөнәренә тоғро һәм вазифаһын күңел биреп башҡарыусы профессионалдар эшләй. Улар малсылыҡ продукцияһы сифатын контролдә тота, ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан һаҡлай, малдарҙы дауалап, кешеләр һаулығын да ҡайғырта. Был йүнәлештә хеҙмәт итеүселәр, шул уҡ ваҡытта биология һәм медицина өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм яңылыҡтары менән беҙгә хәбәрҙәр булып тороусы – былар барыһы ла ветеринарҙар. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, ветерандарға күңел күтәренкелеге, алдағы көнгә ышаныс, сәләмәтлек теләйбеҙ.

Фото: www.instagram.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас