+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
8 Сентябрь 2022, 10:00

Бөгөн - Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө

1958 йылда Бухареста Халыҡ-ара журналистар союзы конгресы Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөн билдәләргә ҡарар итә. Ни өсөн нәҡ 8 сентябрь һайлана һуң?

Бөгөн - Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө
Бөгөн - Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө

Был дата Юлиус Фучик исеме менән бәйле. Чехословакия журналисы, тәнҡитсе, публицист Юлиус Фучик 1942 йылдың апрелендә фашистар тарафынан ҡулға алына һәм 1943 йылдың 8 сентябрендә Берлинда язалап үлтерелә. Төрмәлә сағында ул "Репортаж с петлей на шее" тигән китап яҙа. Юлиус Фучик үлгәндән һуң, 1950 йылда, был әҫәр Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһына лайыҡ була. Китапты донъяның 70 теленә тәржемә итәләр. 

Журналистика әле лә хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала. 

8 сентябрҙә бөтә донъяла ошо һөнәр эйәләре кәңәшмәләргә йыйыла, тәжрибә уртаҡлаша, иң шәп ҡәләм оҫталарына наградалар тапшырыла. Журналистарға үҙ-ара теләктәш булыуҙарын, берҙәмлектәрен тойорға мөмкинлек биреүсе көн был.

Фото: YouTube

https://yanshishma.com/articles/i-t-lekle-k-nd-r-/2021-09-08/8-sentyabr-zhurnalistar-y-haly-ara-tel-kt-shlek-k-n-2496325

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: