+5 °С
Ямғыр
Бик матур көн, тарихыбыҙ менән бәйләнеш көнө. Милли кейеме, һис юғы үҙендә уның берәй элементы булыуын теләүселәр көндән-көн арта, Аллаға шөкөр.
Республика район һәм ҡалаларында милли кейем, биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, боронғо милли кейем тарихына арналған саралар, флешмобтар ойошторола.
Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Милли кейем көнө һәр кем өсөн туған халҡының тарихына, боронғоһона, ғөрөф-ғәҙәттәренә тағы бер тапҡыр күҙ һалыу өсөн мөһим бер сара булып тора. Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр.
Фото: multiurok.ru