+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
13 Сентябрь 2022, 10:00

Бөгөн – Халыҡ-ара парикмахерҙар көнө

Парикмахер һүҙе “Perückenmacher” тигән алман һүҙенән алынған. Ул париктар яһаусы остаз тигәнде аңлата. Был һөнәрҙе белмәгән, уның хеҙмәте менән ҡулланмаған кеше юҡтыр, моғайын.

Бөгөн – Халыҡ-ара парикмахерҙар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара парикмахерҙар көнө

Ҡиммәтле, матур прическалар яһатырға ғына түгел, ябай ғына сәсте киҫтереү йомошо менән парикмахерҙарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Был боронғо һөнәр. Шулай булмайса, сәс бит тәбиғи нәмә. Иң беренсе бөҙрәхана сәнғәте беҙҙең осорға тиклем II быуаттарға Мысырҙа табыла. Боронғо Мысыр халҡы сәс һәм тырнаҡтарын буятырға яратҡан, тәненең матурлығы тураһында ла ҡайғыртырға онотмаған. Мысырҙа парик эшләү сәнғәте лә булған. Уларҙы папирус, туҡыма, хайуан йөндәренән эшләп, төрлө төҫтәргә буяғандар. Миҫал өсөн, Фараон хуш еҫле май менән һеңдерелгән таҫмаларҙан үрелгән парик кейгән икән. Сәстәрен бөҙрәләтеү өсөн Мысыр халҡы ағас таяҡтарға сәстәрен бәйләп тупраҡ йәбештергәндәр. Кипкәс, бысраҡ тупраҡ ҡойолоп төшкән. Бигерәк ҡыҙыҡ, эйеме? Хәҙер бындай ысул менән сәсте матурлаһалар бик сәйер булыр ине...

Фото: ok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: