+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
22 Сентябрь 2022, 10:00

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, прозаик һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованы 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Таңсулпан ҒАРИПОВА

ҺАБАҠ

... Оҙаҡ* йөрөгән кеүек тә булманы, мәгәр Зәйнәп ҡайтып инеүгә ишек алдында аяҡ кейеме тулы ине. Ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Бөтөнләй яланаяҡ ҡалдырмаҫтай аяҡ һауыттары. Кешегә ҡамасау-босоҡ булыуҙан ҡурҡҡан Зәйнәп йәһәт кенә үҙ бүлмәһенә уҙҙы. Үтешләй кухняға күҙ һалды: өҫтәл тулы ризыҡ, шешә. Һыуһаһа ла, түҙергә булды: кухнялағы табын ғәҙәттә оҙаҡҡа ҡоролмай. Балкон асыҡ. Кухня менән Зәйнәп йәшәгән бүлмә өсөн – бер балкон. Улар яғын Гөлнара ҡыҙыл бау менән билдәләп ҡуйҙы. Йәнәһе, быныһы – һинеке, кухня – минеке. Ҡыҙыл бау – сик һыҙығы. Сик. Сикте аҡылы теүәл кеше боҙмай. Был – закон. Яҙылмаған ҡанун. Балкондан ап-аруҡ ҡыҙмаса ҡатын-ҡыҙ тауышы килә. Тәҙрәһенә ҡоролған пәрҙә ҡояштан һаҡлаһа ла, һүҙгә ышыҡ була алмай. Эскә төшкән ҡырҡ градус тәьҫиреме – тауыштары көр сыға быларҙың.
– Рита, ул яҡҡа сыҡма!
– А че?
– Не видишь: веревка!
– И че?
– А то, что туда нельзя! Это ихняя сторона!
– Гульнар… – тауышына ҡарағанда, быныһы теге “а че ла и че” түгел. Баҫалҡыраҡ тауыш. – Давно хотела спросить: как это тебе удалось?
– Что? – Тәмәке еҫе тыштан өйгә инә. Зәйнәптең уға тыны быуыла.
– Ну бына… Окольцевать, как его… Айрата?
– Как это “окольцевать”? Ну даешь ты, Эмма. Просто. Он – мой муж. А муж тогда только муж, когда он принадлежит только одной, единственной женщине.
– Понятно. Но ты сама говорила: у него сын от первого брака.
– Ну и что? Теперь у него есть дочь. Наша дочь. Мальчика не я рожала. Моя дочь со мной.
– Да-а-а… – Быныһы “и че”ның тауышы – Ты, Гульнара, всегда отличалась…
– Чем?
– Рискованностью…
– Рискованностью?
– В чем это, как говорится, выражается, мадам?
– Хотя бы то, что, – “и че” уйлана бирҙе. – То, что, твое дальнобойное прошлое…
– Ой, Рита! Как будто үҙең не пробовала создавать семью! Что было – то быльем поросло! Алтынды тапҡансы нисә шурф ҡаҙалар? Жиланы тапҡас, унан ситкә китмәйҙәр. Айрат – моя жила! Наша порода – Булатовы – свое не упускают!
– Ай да ладно! – Зәйнәп инде Эмманы тауышынан белә. – Да ладно, хватит. Ой! Анекдот? Свежий! Кстати, про дальнобойщиков. Вообщем, один дальнобойщик решил собрать всех своих детей, рассыпанных по всем уголкам… страны.
– Собрал? – Гөлнара тауышы.
– Собрать-то собрал, но когда вернулся домой, его встретила только жена. “Где дети, дети где?” – спрашивает муж. А жена ему в ответ: “Их увезли дальнобойщики”.
– Ха-ха-ха!
– Так что, за своей дочерью глаз не спускай!..
– Ха-ха-ха!
Һыуһыҙлыҡтан сарсаған Зәйнәп бөтөнләй хәлһеҙләнде. Укол! Уныһын алырға ла хәл кәрәк… Аңы томаланғандай, ятҡан түшәге уйылып төшөп барғандай, әллә ҡайҙа батҡандай. “Укол!” “Укол кәрәк!” “Дим!..”

*әҫәрҙән өҙөк.

 

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: