+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
27 Сентябрь 2022, 10:00

Тәүфиҡлы булһын балалар!

Бөгөн - илебеҙҙә Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреүсе уҡытыусылар көнө.

Тәүфиҡлы булһын балалар!
Тәүфиҡлы булһын балалар!

Тәрбиәсе – баланың яҡын дуҫы, серҙәше,уға тормошҡа беренсе аҙымдарын яһарға ярҙам итеүсе кеше. Уның хеҙмәте яуаплы һәм фиҙаҡәр. Көс, энергия һәм бик ҙур сабырлыҡ талап итә.

Хөрмәтле тәрбиәселәр! Ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Бик ҙур яуаплылыҡ талап иткән эшегеҙҙә түҙемлек, ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ, бәхет һәм сәләмәтлек теләйбеҙ. Барлыҡ балаларығыҙ ҙа тәүфиҡлы, аҡыллы булһындар!

Тәрбиәсегә

Һар баланы үҙ сабыйы һымаҡИркәләй ул һөйә, ярата.

Хөрмәт йөҙө бер ҙә һүрелмәһен

Тәрбиәселәргә ҡарата.

Эшегеҙгә тоғро булған өсөн

Рәхмәт әйтә ата-әсәләр.

Тәрбиәсе - икенсе әсәй, тип

Юҡҡа ғына, юҡҡа әйтмәйҙәр.

Мәңге балҡыр ҡояш ғүмеренең

Йылы нурҙарына һеҙ эйә.

Сабыйҙарҙы берҙәй тигеҙ күреп

Биргән өсөн дөрөҫ тәрбиә.

Күңелдәргә берүк уйылмаһын

Төҙәлмәҫлек тәрән яралар.

Хоҙай һеҙгә сабырлыҡтар бирһен

Яратһындар һеҙҙе балалар.

                           (Данис Фахретдинов).

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: