0 °С
Болотло
Бер мәл эшҡыуар үҙенең һыраханаһында ҡайһы ҡоштоң етеҙерәк булыуы хаҡында һунарсылар менән бәхәс ҡора. Шунан башлап, төрлө ҡаҙаныштарҙы яҙып бара башлай.
Тәүге 198 битлек китап уҡыусыларға бик оҡшап китә һәм тиҙ арала Лондонда бестселлерға әйләнә. 1974 йылда уҡ иң шәп һатылыусы китап булған.
Бер аҙҙан Гиннестың дәғүәселәре лә барлыҡҡа килә: һәр илдә рекордтар китабы баҫыла башлай. Рәсәйҙә лә ҡыҙыҡлы факттар һәм һандар йыш теркәлгән. Мәҫәлән, бер крәҫтиән ҡатынының 69 балаһы тыуған. Рекорд түгелме ни был?!
Әлеге мәлдә Гиннестың рекордтар китабы 27 телдә 134 миллион дана менән баҫыла, донъяның күп илендә сыға.
Фото: noodlemagazine.com