+1 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
22 Ноябрь 2022, 10:00

Һин минең таянысым

Бөгөн бөтә донъяла ғаилә байрамы – Улдар көнө. Йәғни ир-бала көнө. Уны һәр ир-егет билдәләп үтә торғандыр. Сөнки улар ҙа бит кемдеңдер ҡәҙерле улы. Сабыйҙарын тәрбиәләп үҫтереп, әрменән, ҡыҙыу нөктәләрҙән иҫән-имен йөрөп ҡайтыуҙарын көткән ата-әсәгә айырыуса ҡәҙерле был көн.

Һин минең таянысым
Һин минең таянысым

Улдар – ғаиләлә нәҫел дауамсыһы, вариҫ тыуыу элек-электән ысын мөғжизә һәм шатлыҡ булған. Атайҙар киләсәктә дуҫ һәм кәңәшсе булыр тип улдары тыуыуын көтһә, әсәйҙәр уларҙы яҡлаусылары һәм ярҙамсылары булыр тип өмөт итә.

Фото: fanibani.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в