+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
24 Ноябрь 2022, 14:00

7 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы киләсәк

Бөйөк Устюгтан Бөтә Рәсәй Ҡыш бабайы һәм уның әкиәт дуҫтары байрамса биҙәлгән күсмә поезда ҡалалар буйлап сәйәхәткә сыҡҡан.

7 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы киләсәк
7 декабрҙә Өфөгә Ҡыш бабай поезы киләсәк

Уның составында Баш тылсымсының ҡабул итеү бүлмәһе, уйындар һәм квестар үткәреү өсөн вагондар, вагон-ресторандар һәм төньяҡ сувенирлы вагон-кибете бар.

Ҡыш бабай поезы – “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте һәм Вологда өлкәһе Хөкүмәтенең уникаль уртаҡ проекты. Ул бөтә ил аша – Бөйөк Устюгтан Владивостокка ҡәҙәр илдең төрлө мөйөштәрендәге балаларға әкиәт бүләк итеү өсөн 100-ҙән ашыу ҙур һәм кесе ҡала һәм биҫтәләр маршруты буйлап уҙасаҡ.

Ҡыш бабай поезы туҡталасаҡ һәр ҡалала вокзалға килеүселәрҙе артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында байрам сараһы көтә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала! Вокзал яны майҙанында байрам программаһы поезд килерҙән алда 20 минут ҡала башлана. 8 декабрҙә иһә Белоретта туҡтай.

 Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: