+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
27 Ноябрь 2022, 09:00

Әсәйҙәр көнө менән!

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр! Һеҙҙе иң йылы байрамдарҙың береһе - Әсә көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Әсәйҙәр көнө менән!
Әсәйҙәр көнө менән!
Әсә булыу - ҙур бәхет һәм оло яуаплылыҡ, балаларың тураһында хәстәрлек күреү ул.Әсә күңеленең киңлеге, изгелеге тәбиғәттән килә.Һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул.        
 
ӘСӘ  КҮҢЕЛЕ
Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!
Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!
(А.Игебаев)
 
Автор:
Читайте нас: