+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
14 Декабрь 2022, 15:00

Төп шыршы байрамы

Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһы быйыл 22 декабрҙә үткәрелә. Төп Яңы йыл иртәлегенә уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙән балалар, етемдәр, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар саҡырылған.

Төп шыршы байрамы
Төп шыршы байрамы

«Байрамда бөтә республиканан 1000-гә яҡын бала ҡатнаша», — тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Муниципалитеттарҙа Яңы йыл сараларын уҙғарыу 27 декабргә билдәләнгән. Уларҙа шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған граждандарҙың балалары ҡатнаша.

«Белем биреү ойошмаларында яңы йыл иртәлектәре учреждениелағы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, планға ярашлы уҙғарыла. Каникулдар мәлендә муниципаль берәмектәр биләмәһендә "Яңы йыл ғаилә уйындары-2023" ойоштороласаҡ.», — тип билдәләне министр.

2023 йылдың 2 ғинуарынан 6-һына тиклем белем биреү ойошмаларының спорт залдарында һәм саф һауала муниципаль этап уҙғарыла.

20 ғинуарҙа Яңы йыл ғаилә уйындарының республика этабы-2023 була.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: