+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
25 Ғинуар 2023, 09:45

Бөгөн - Студенттар көнө

Студент йылдары - тормоштоң иң гүзәл, иң күңелле осоро. Ҡабатланаҫ был мәлдәр ҡасандыр студент булған һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр һаҡлай, онотолмайынса ғүмер буйы оҙата бара.

Бөгөн - Студенттар көнө
Бөгөн - Студенттар көнө

Студент халҡы һынамыштарға бик ышаныусан була бит. Айырыуса сессия мәлендә. Төшкә кем керә, ҡаршыға кем осрай, нисәнсе булып имтиханға инәһең – береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

Улар араһында киң таралған ҡайһы бер һынамыштар, ысынлап та, бик ҡыҙыҡ. Иртәгә һынау тигән көндө китапты, конспектты мендәр аҫтына һалып йоҡларға кәрәк. Йәнәһе лә, ундағы барлыҡ мәғлүмәт иҫегеҙҙә ҡаласаҡ. Хәйер, уны кем тикшереп ҡараған инде. Ә бына имтихан алдынан ҡаты китап өҫтөндә мендәрһеҙ генә йоҡларға уйлаһаң, иртән муйыныңды бора ла алмаясағың көн кеүек асыҡ. Имтиханға барғанда ысҡынмай торған түңәрәк биҙәнгес тағығыҙ. Балдаҡ, сылбыр, муйынға уралған шарф та булырға мөмкин. Был – һаҡлыҡ бетеүе. Имеш, ул барлыҡ уңышһыҡлыҡтарҙы ҡыуып сығара.

Өйҙән сығып китер алдынан барлыҡ урындыҡтарҙы аяҡтары менән өҫкә ҡаратып әйләндерегеҙ. Был уңыш билдәһе, ти. Күптәр әлеге алымдың, ысынлап та, эшләүен раҫлай. Юлығыҙҙа ҡаршығыҙға иң беренсе осраусыға ла иғтибар итегеҙ. Ир-егет – уңышҡа, ҡатын-ҡыҙ – киреһенсә. Ҡатын-ҡыҙ осрай икән, яңынан өйгә кире инеп сығырға ҡушалар. Тик бына яңынан кереү, шулай уҡ, көндөң уңышһыҙ буласағына ла ишаралай бит әле.  Ҡыҫҡаһы, төшөнкөлөккә бирелергә ашыҡмағыҙ, осраған ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй булыуына иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә тулы сумкалар менән икән – уңыш һеҙҙең яҡта! Ә инде йөклө булһа, һисшикһеҙ, һеҙгә бәхет йылмайыр!

Фото: cronmovie.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: