+5 °С
Болотло
Өфө. 1977 йыл. Өфөгә эш сәфәре менән Иорданиянан королева Фатима, уның әсәһе һәм ҡыҙы етәкселегендәге рәсми делегация килә. Сәфәрҙең маҡсаты – Нуриевтың әсәһе менән осрашыу булған, улынан хәбәр алып килгән. Ул ваҡытҡа билдәле бейеүсе бына 20 йыл инде тыуған иленең хыянатсыһы статусында хеҙмәт итә һәм, әлбиттә, әсәһен күрергә килә алмай. Фильмда тәржемәсе Муса королеваға, урындағы партия органдары һәм Мәскәү ҡәтғи тыйыуға ҡарамаҫтан, вәғәҙәһен үтәргә ярҙам итә.