+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
24 Март 2023, 12:00

Ағиҙел" журналына 100 йәш!

Бөгөн был баҫманың тәүге һаны сыға башлауға – 100 йыл. Хәким Ғиләжев баш мөхәррир булған саҡта, 1961 йылда, «Яңы юл» журналы «Ағиҙел» тип үҙгәртелә.  "Ағиҙел" журналында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе, журналдың тоғро дуҫтарын, уҡыусыларын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, халҡыбыҙҙың күңелен рухи аҙыҡ менән байытыуҙан туҡтамай, арымай-талмай эшләүегеҙҙе теләйбеҙ.

Ағиҙел" журналына 100 йәш!
Ағиҙел" журналына 100 йәш!

«Ағиҙел» журналының 1961 йылдағы 1-се һанының тәүге битен асҡас та ошондай шиғри юлдар теҙелгән:

«Тыуған ерҙең йөрәк тамыры һин,

Күпме йырҙа һин бит йырланған.

Ағиҙелем, туған һыуым минең,

Һин матурһың бөтә йырҙарҙан!»

ӘҘӘБИӘТ ДОНЪЯҺЫНЫҢ АҒИҘЕЛЕ

Ағиҙел – яҡты иҙел, көләс иҙел, гүзәл иҙел...

Ағиҙел – шағир халыҡтың шиғри йылғаһы.

Тәбиғәттең иң гүзәл урындарында йәшәгән, уны табыныу дәрәжәһенә етеп, иң нескә хистәргә бирелеп һөйә белеүсән башҡорт халҡы быуаттар төпкөлөнөң иң тынсыу ҡараңғылығында иңрәгән саҡта ла яҡтылыҡ, көләслек, гүзәллек тураһында хыял итеүҙән, яҡтылыҡтың тантанаһын күреүгә ышаныуҙан бер ҡасан да туҡталмаған. Шуға ул үҙенең иң яратҡан, иң гүзәл йылғаһына ла Ағиҙел – Яҡты Иҙел тигән исем биргән. Эйе, Ағиҙел – яҡты ла, көләс тә, һылыу ҙа, халҡына хеҙмәт итеү юлында арыу-талыуҙы белмәгән батыр ҙа йылға ул. Ағиҙел үҙенең тиңһеҙ матурлығы менән бөтә Башҡортостанды биҙәп, үлемһеҙ, ярһыу йәшлеге менән бөтә йөрәктәрҙе мәңгегә биләп ята.

Иң бәхетле, яҡты йылға ул Ағиҙел.

Ә бына бөгөн уға тиңдәш, оҡшаш булыр өсөн икенсе «Ағиҙел» тыуҙы.

Әҙәбиәт донъяһының Ағиҙеле ул – «Ағиҙел» журналы. Хәйерле, яҡты юл һиңә, «Ағиҙел»! Үҙеңдең шиғри прототибың – Ағиҙел йылғаһы кеүек, матурлыҡҡа, йырға, моңға, уның кеүек, халыҡтың үҙ йөрәк тибеше булып яңғырай торған хистәргә бай бул. Яҡты заманыбыҙҙың яҡты яҙмышлы кешеләре Ағиҙел кеүек үлемһеҙ булып һинең биттәреңә инеп ҡалһын.

Бөгөн ҡайтанан ҡушылған һәйбәт исемең менән ҡотлап, әйтәһе иң изге теләгем минең ошо. (Мәҡәлә «Ағиҙел» журналының 1961 йылда сыҡҡан тәүге һанынан алынды.)

 

Зәйнәб БИИШЕВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Фото: "Кызыл таң" гәзитенән алынды.

https://yanshishma.com/articles/otlayby-/2023-03-24/a-i-el-ya-ty-i-el-k-l-s-i-el-g-z-l-i-el-3189409

Автор:
Читайте нас: