+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
13 Апрель 2023, 10:45

Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Ағиҙел" журналының 100 йыллыҡ юбилейы үтте. Унда республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев журналды Хөкүмәт исеменән юбилейы менән ҡотлап, наградалар тапшырҙы.

Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

"Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин Башҡортостандың иң юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены, мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбай "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнде. Бүлек мөхәррирҙәре Луиза Кирәеваға һәм Гөлнара Хәлфетдиноваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы тапшырылды.

Хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас күңелебеҙҙән лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ. Уларға артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы хеҙмәт һөйөнөстәре, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

“ҺӘНӘК”тәр.

Фото: социаль селтәрҙәрҙән

 

Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: