+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
20 Апрель 2023, 09:00

Бөгөн – Милли кейем көнө

Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Был сараның төп маҡсаты – халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү.

Бөгөн – Милли кейем көнө
Бөгөн – Милли кейем көнө

Бик матур көн, тарихыбыҙ менән бәйләнеш көнө. Милли кейеме, һис юғы үҙендә уның берәй элементы булыуын теләүселәр көндән-көн арта, Аллаға шөкөр.
Республика район һәм ҡалаларында милли кейем, биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, боронғо милли кейем тарихына арналған саралар, флешмобтар ойошторола.

Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Милли кейем көнө һәр кем өсөн туған хал­ҡының тарихына, боронғоһона, ғөрөф-ғәҙәттәренә тағы бер тап­ҡыр күҙ һалыу өсөн мөһим бер сара булып тора. Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр.

Фото: agideljurn.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: