+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
21 Апрель 2023, 09:00

Изге Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Изге Рамаҙан айы ла тамамланды. Был айҙа мосолмандар бер ай дауамында ураҙа тотоп, исламдың биш терәгенең береһен үтәне. Бөгөн иһә - Ураҙа ғәйете. Ул Шәүүәл айының тәңге өс көнөндә байрам ителә. Байрам Рамаҙан айындағы 30 көнлөк тыйылып тороуҙың тамамланыуын белдерә.

Изге Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Изге Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Ураҙа ғәйетенең йолаһы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙе тарафынан булдырылған һәм шунан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул фәҡирҙәргә, мал-тыуары булмағандарға ураҙа ғәйетен үткәреү өсөн аҡсалата, аҙыҡ-түлек йәки әҙер ризыҡ менән саҙаҡа таратыуҙан башлана.
Байрамға барыр алдынан ғөсөл (тулыһынса йыуыныу) ҡойоноп, матур итеп кейенеү — сөннәт. Шулай уҡ ураҙаның бөтөүен ҡотлап, мәсеткә бармаҫ элек бер нисә (таҡ һанда) хөрмә ашау хуп күрелә. Әгәр ҙә өйҙә хөрмә булмаһа, ниндәйҙер башҡа ризыҡ ҡабырға ла була.
Байрам көнөндә өйҙән сыҡҡандан алып имам хөтбә һөйләгәнсе тәкбир әйтеп, Аллаһы Тәғәләне маҡтарға кәрәк. Ул бына нимәнән ғибәрәт: "Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә илләаллаһ! Үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил хәмд!"
Байрам көнөндә мосолмандар бер-береһен ҡотларға тейеш. Сәхәбәләр был көндө осрашҡанда бер-береһенә: "Тәҡаббәләллаһу миннә үә минкүм!" — тип торғандар. Беҙ ҙә ошоға оҡшаш һүҙҙәр менән кешеләргә ҡотлау һүҙҙәре әйтәйек.
Был көндө ата-әсәләрҙе, балаларҙы, туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе берәй нисек шатландырырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, бүләктәр биреп ҡыуандырырға була. Шулай уҡ бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа барып, хәл белешеп, ваҡытты матур итеп үткәреү ҙә — яҡшы ғәҙәт. Байрам көнөндә үҙ-ара саҡырышып, ғаилә менән бергәләп аш-һыуҙан ауыҙ ителә.
Байрам көндәребеҙ мөбәрәк булһын!
Фото: ВК
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: