+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
25 Апрель 2023, 13:00

25 апрель - Рәсәйҙә Ҡыҙҙар көнө

Ҡыҙлы йорт - наҙлы йорт тигәндәй, ҡыҙҙары булған һәр кемде ҡотлайбыҙ! Иң изге теләктәр!

25 апрель - Рәсәйҙә Ҡыҙҙар көнө
25 апрель - Рәсәйҙә Ҡыҙҙар көнө

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ!

Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ,
Ашығып ҡуҙғалығыҙ,
Ярҙамға юлланығыҙ.
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Ҡылығын кәмләмәгеҙ,
Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,
Йәндәрен гөрләтегеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙғаныбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уңарыбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа — уҙарыбыҙ...
Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,
Янығыҙ, һыҙланығыҙ,
Һөйөүҙән наҙланығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Һүрәт: smartik.ru

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: