+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы

1 Май – илебеҙ халҡының берҙәмлеген, татыулығын сағылдырыусы күңелле байрам. Хеҙмәт һәммәбеҙҙе берләштерә, бер маҡсатҡа тупланып, киләсәккә ҡарап эшләргә өйрәтә. Өлкән быуын өсөн был көн берҙәмлекте белдергән булһа, ә балалар, йәштәр өсөн – тәбиғәттең сәскә атыу мәле.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы
Тәүге тапҡыр 1 Майҙы – 1890 йылда Варшавала, ә 1891 йылда Санкт-Петербургта билдәләйҙәр. Тарихты һаҡлап ҡалып, бөгөн дә бар кешелек, элекке кеүек, хеҙмәт, тыныслыҡ, үҙ-ара татыулыҡты байрам итә. Нисек кенә булмаһын, 1 Май, ысынлап та, ергә яҙ килеүен белдерә, нәҡ ош айҙа алмағастар, муйылдар ап-аҡ сәскәгә күмелә, бар йыһан әкиәт донъяһын хәтерләтә.
Һеҙҙе барығыҙҙы ла шытып сыҡҡан йәшел сирәм, ағастар япраҡ ярған Яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уның һулышы күңелегеҙгә нур өҫтәһен, бәхет ҡояшы көндән-көн яҡтыраҡ янһын, еребеҙ бәрәкәтле, мул уңышлы булһын. Илебеҙгә, йорттарыбыҙға, ғаиләләрбеҙгә именлек, бәхет теләйбеҙ!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: