+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – Радио көнө

Бөгөн илебеҙҙә радионың тыуған көнө билдәләнә. Тап ошо көндө 1895 йылдың 7 майында Рәсәй физигы Александр Степанович Попов физика-химия йәмғиәте ултырышында сығыш яһап, тәүге радиобәйләнеш сеансы булдырып, үҙе тарафынан уйлап табылған донъялағы тәүге радиоалғысты күрһәтә. Шуның өсөн дә был иҫтәлекле көндө бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрам итә.

Бөгөн – Радио көнө
Бөгөн – Радио көнө
Тәүге тапҡыр Радио көнө Рәсәйҙә 1925 йылдың майында байрам ителә. Ә 1945 йылдың 7 майында СССР-ҙа радионы уйлап табыуға 50 йыл тулыу көнө киң билдәләнә. Ошо уңайҙан ил Хөкүмәте йыл һайын 7 майҙа Радио көнөн билдәләргә ҡарар итә. Аҙаҡ 1980 йылдың 1 октябренән СССР Юғары Советы тарафынан Указ менән раҫланып, байрам һәм иҫтәлекле көндәр иҫәбенә индерелә.
 
 
Фото: zaksob.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: