+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
18 Май 2023, 12:00

Килегеҙ! Көтәбеҙ! Күңелле һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ!

20 май, шәмбе көн, Милли әҙәбиәт музейында “Музейҙар төнө” уҙа. Нимә ул музей төнө, тиеп һорар белмәгән кеше. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, был тарихи-әҙәби-мәғлүмәти һәм хис-тойғоло ғына бер матур, бай, фәһемле кис. Ә ҡатмарлы итеп әйткәндә инде – Рәсәй кимәлендәге акция

Килегеҙ! Көтәбеҙ! Күңелле һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ!
Килегеҙ! Көтәбеҙ! Күңелле һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ!

Милли әҙәбиәт музейының был сараһында боронғо сәғәттәр күргәҙмәһен дә, этно стилдәге кейемдәрҙе лә, төрлө ҡул эштәренең мастер-кластарын да күрә аласаҡһығыҙ. Мәрхүм булған бер-нисә яҙыусы-шағирҙың ғаиләһе музейға уның шәхси әйберҙәрен тапшырасаҡ. Арабыҙҙағы билдәле яҙыусылар менән күрешеп-һөйләшеп буласаҡ. Китаптар, автографтар, концерт номерҙары, бергәләп фотоға төшөүҙәр, сәй эсеү... хатта кино ла күрһәтеләсәк!

Шулай итеп, Һеҙҙе, 20 май, Гоголь урамы, 28-се йортта, БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Мәжит Ғафури мемориаль-йорт музейында көтөп ҡалабыҙ. Сара киске 18.00 сәғәттә башлана һәм 23.00 тиклем дауам итә.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:
Читайте нас: