+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
19 Май 2023, 11:00

Әҙер бул! Һәр ваҡыт әҙер!

Бөгөн -1922 йылда төҙөлгән Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының тыуған көнө.

Әҙер бул! Һәр ваҡыт әҙер!
Әҙер бул! Һәр ваҡыт әҙер!
Пионер “беренсе” тигәнде аңлата. Был байрам – муйындарына ҡыҙыл галстук, күкрәктәренә пионер значогы тағып, тыңғыһыҙ, һәр ваҡыт юл ярып алдан барыусыларҙың көнө. Заманында борғо ҡысҡыртып, барабан ҡағып сборҙарға йыйылып, тимер-томор һәм иҫке ҡағыҙ йыйып тапшырып, өлкәндәргә ярҙамлашып, бәләкәстәрҙе шефлыҡҡа алып, усаҡ эргәһендә йырҙар йырлап, слёттар үткәргән бик шәп осорҙа үҫергә тура килде өлкәнерәк быуынға. Был ойошма илһөйәр булырға, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, хеҙмәтте яратырға ла өйрәтте. Ә пионер сафына инер өсөн яҡшы уҡырға, тәртипле булырға, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим ине.
Мәктәп балалары өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ хистәрен нығытҡан, ҡасандыр шаулап-гөрләп йәшәгән пионерия инде тарихта ғына ҡалды. Әлбиттә,хәҙер ҙә бар ул пионерҙар.Ләкин улар икенсерәктәр...
Байрам менән һеҙҙе, пионерҙар!
 
Фото: pikabu.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: