-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
27 Май 2023, 10:00

Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән!

27 май – Бөтә Рәсәй китапханалар көнө. Был иҫтәлекле көндә китапханасылар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо күркәм байрам уңайынан республикабыҙҙағы барлыҡ китапхана мөдирҙәрен, китапханасыларҙы, унда эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән!
Бөтә Рәсәй китапханалар көнө менән!
Тарихҡа күҙ һалғанда, был көн осраҡлы ғына һайланмаған. 1795 йылдың 27 майында тәүге дәүләт китапханаһы, әлеге көндәге Рәсәй милли китапханаһы асыла. Был иҫтәлекле байрам илебеҙҙә Рәсәй Президенты Указы менән 1995 йылдан билдәләнә башлай.
Бөгөн иһә Башҡортостанда 4 меңләгән китапхана иҫәпләнә, шуларҙың 1704 – халыҡ өсөн асыҡ, 1 мең 395-е ауыл һәм 182 ҡала китапханаһы. Шулай уҡ беҙҙең төбәктә 5 яңыртылған яңы быуын китапханаһы асылған. 2024 йылға уларҙың һанын 20-гә еткереү күҙаллана.
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: