+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
28 Май 2023, 10:00

Ил тыныслығын һаҡлайҙар

Бөгөн – Ил сиге һаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Ватаныбыҙ алдында изге бурыстарын үтәгән һәм бөгөнгө көндә лә сигебеҙ һағында торған ир-егеттәребеҙҙе, уларҙы тәрбиәләп үҫтергән атай-әсәйҙәрҙе, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, рухи көс, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар, илебеҙҙең тыныс, күгебеҙҙең аяҙ булыуын теләйбеҙ. Беҙ ышанабыҙ: Ватаныбыҙ ышаныслы ҡулдарҙа һәм беҙгә борсолорға урын юҡ.

Ил тыныслығын һаҡлайҙар
Ил тыныслығын һаҡлайҙар
Егеттәребеҙ уяу
Сик һаҡсыһы көнө-төнө
Ил тыныслығын һаҡлай.
Беҙҙең һалдат улдарыбыҙ
Ышанысты ла аҡлай.
Бөркөт-егеттәр уяуҙар,
Автомат ҡулдарында.
Ғорур баҫып, антын үтәй
Сигебеҙ буйҙарында.
Ҡурҡмайса төн йоҡларбыҙ
Илебеҙ тыныс торһа.
Сабыйҙар үҫер бәхетле,
Күгебеҙ зәңгәр булһа.
 
Х. Нәҡиә.
 
Фото: gas-kvas.com
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: