+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
1 Июнь 2023, 09:00

Баҡса кеүек төрлө төҫтә матур бала саҡ иле!

Йәшәйешебеҙҙең төп мәғәнәһе – балалар. Уларҙың йылмайыуы һәм бәхетле ҡараштары – Ер йөҙөндәге иң ҙур байлыҡ. Барлыҡ сабыйҙарҙы был яҡты байрам менән ҡотлап, һау-сәләмәт үҫеүҙәрен, ата-әсәләрен тыңлап, тәртипле булыуҙарын теләйбеҙ. Ә байрам – Балаларҙы яҡлау көнө иһә һәр сабыйҙың да  бала сағы бәхетле һәм күңелле булырға тейешлекте аңлата. Сөнки үҫеп килеүсе быуын – ул беҙҙең киләсәгебеҙ, илебеҙҙең киләсәге.

Баҡса кеүек төрлө төҫтә матур бала саҡ иле!
Баҡса кеүек төрлө төҫтә матур бала саҡ иле!

Был көн бөтә донъяла байрам ителә, 1949 йылда Парижда Ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡ-ара демократик федерацияһы конгрессы ҡарары нигеҙендә ғәмәлгә ҡуйыла һәм беренсе тапҡыр 1950 йылда билдәләп үтелә.

Фото: www.youtube.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: