+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
10 Ноябрь 2023, 10:00

Байрам менән, полиция хеҙмәткәрҙәре!

Бөгөн, Рәсәйҙә Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был байрам тарихы 1715 йылда башланғыс ала. Тап ошо ваҡытта Пётр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәтен булдыра һәм уны полиция тип атай. Грек теленән тәржемә иткәндә «дәүләт менән идара итеү» тигәнде аңлата.

Байрам менән, полиция хеҙмәткәрҙәре!
Байрам менән, полиция хеҙмәткәрҙәре!

Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылдың 10 ноябрендә РСФСР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариатының ҡарары менән революцион йәмәғәт тәртибен һаҡлар өсөн эске милиция булдырыла. Башта милиция урындағы Советтар ҡарамағында була, унан – Эске эштәр халыҡ комиссариаты структураһында, ә 1946 йылдан Эске эштәр министрлығына күсә.

Был байрам оҙаҡ йылдар Милиция көнө тип билдәләнә. 2011 йылдың 1 мартында «Полиция тураһында» яңы ҡанун үҙ көсөнә ингәс, байрамдың исеме алыштырылып, Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө тип йөрөтөлә башлай.

Байрамығыҙ менән!

Фото: giffs.ru

Автор:
Читайте нас: