Яҡты юлдан улым атлаһын,
Тыуған илде ғорур һаҡлаһын!
Бәхет ҡояштары алланһын,
Осар ҡанаттары талмаһын!
Һалдат юлы булһын уңышлы,
Килтермәһен йөҙгә ҡыҙыллыҡ,
Тоғро дуҫтар булһын янында,
Беләгендә ташһын дәрт-дарман.
Беҙ һағынып һине көтөрбөҙ,
Бер генә йыл елеп үтер ул.
Йөрәктәргә шатлыҡ өрөрһөң,
Нурҙар сәсеп ҡайтып керерһең!
Алла бирһә...
https://balkantau.ru/articles/ya-tashtar-izhady/2019-09-08/aldat-ulyma-781174