+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
7 Декабрь 2023, 13:00

Башҡорт теле көнө

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән тап килә.

Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнө

Байрамға ҡарата киң мәҙәни саралар билдәләнгән. 9 декабрҙә Әҙеһәм Искужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә “Башҡорт алфавиты” темаһына класс сәғәте үтһә, 13 декабрҙә - “Тел – халыҡ күңеле”, ә 14 декабрҙә “Туған телем – минең күңелем” концерттары була.

Ҡала Мәҙәниәт һарайында Булат Йосоповтың “Бабич” фильмын күрһәтеү, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында Рәүил Бикбайҙың тыуыуына 85 йәш айҡанлы “Халыҡ ғорурлығы” әҙәби бенефисы, уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә Аҡмулла көндәре, башҡорт телен популярлаштырған һәм башҡа саралар ҡаралған.

Автор:
Читайте нас: