+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
15 Декабрь 2023, 09:10

Бөгөн сәй көнө

Ғәҙәти булмаған байрам бөгөн – Халыҡ-ара сәй көнө. Ысынлап та, сәй эсмәгән башҡорт бармы икән?!

Бөгөн сәй көнө
Бөгөн сәй көнө

Иң яратҡан эсемлегебеҙ бит ул. Килгән береһен сәй менән һыйларға тырышабыҙ. Был беҙҙең халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын, киң күңеллелеген дә күрһәтә.

Әлеге байрам яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгән. Тәүге Халыҡ-ара сәй көнө 2005 йылдың 15 декабрендә уҙғарыла. Бөтә донъя йәмәғәт форумы ултырыштарында тәүҙә 2004 йылда Мумбайҙа, унан 2005 йылда Бразилияның Порту-Алегри ҡалаһында ошондай көндө булдырыу хәл ителә.

Был иҫтәлекле көн сәйҙе киң танытыуҙы, сәй плантацияларында хеҙмәт итеүселәргә күберәк иғтибар бүлеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, Һиндостанда ғына 10 миллионға яҡын кеше сәй плантацияларында эшләй. Бында күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар тир түгә.

Халыҡ-ара сәй көнө төрлө ерҙә төрлөсә билдәләнә. Бигерәк тә Бангладеш, Һиндостан, Индонезия, Уганда, Вьетнам, Малайзия, Непал, Ҡытай, Кения, Рәсәйҙә байрам ителә.

Фото: culture.ru

Бөгөн сәй көнө
Бөгөн сәй көнө
Автор:
Читайте нас: