Сәүиә Сираева 1934 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Иҫке Исай ауылында күп балалы ғаиләлә – 12 бала булып донъяға килә. Кескәй сағынан йырларға һәм бейергә ярата, ауыл клубында үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ихлас ҡатнаша. Атаһы скрипкала яҡшы уйнай, ағайҙары гармунда халыҡ йырҙарын виртуоз башҡара, йыш ҡына дуэт менән сығыш яһайҙар.
Иҫке Күл һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Сәүиә Сираева Өфөгә килә һәм Өфө дәүләт театр-художество училищеһына (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) имтиханһыҙ инә. Уҡытыусыһынан уңа – ул күренекле режиссер Хажиәхмәт Бохарский класында уҡый. Актер оҫталығына, сәхнә телмәренә һәм пластикаға уларҙың курсын театр корифейҙары Шәүрә Мортазина, Лек Вәлиев һәм Рим Сыртланов уҡыта. Сәүиә Ғимәҙислам ҡыҙы уҡытыусыларҙың һәр һүҙен, ым-ишараһын һәм ҡарашын үҙләштереп, еңел һәм илһамланып уҡый
Училищены тамамлағандан һуң Сәүиә Ғимәҙислам ҡыҙы 1953 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй: сәнғәт декадаларында ҡатнаша, Фәйзи Ғәскәров ансамблендә сығыш яһай, хорҙа йырлай.
Артабан яҙмыш уны Салауат драма театрына алып килә, ул унда рус һәм башҡорт классикаһы спектаклдәрендә егерменән ашыу образ тыуҙыра. Ул шунда уҡ Нәжиб Асанбаевтың «Рәйсә» спектаклендә Гөлниса ролен башҡара. Сәүиә Сираеваға тәрән психологик, ләкин ҡыҙының бәхете өсөн башҡаларға ҡарата рәхимһеҙ эш иткән йәш ҡатындың кире образын күрһәтергә тура килә. Актриса был ҡатмарлы бурысты бик яҡшы үтәй, роле уға ысын ҡәнәғәтлек килтерә һәм Сәүиә Ғимәҙислам ҡыҙының юғары ижади потенциалын күрһәтә.
1964 йылдан алып Башҡорт академия драма театрында, 1989 йылдан - Өфө йәш тамашасы театрында, 1993 йылдан - Өфө «Нур» татар театрында эшләй. Сәүиә Сираева киҫкен характерлы һәм комедия ролдәренең актрисаһы булараҡ киң танылыу яуланы. 1987 йылдан Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
Күп йылдар эсендә Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» (Йыһан), Мостай Кәримдең «Кыҙ урлау» (Сабира), Фәрит Богдановтың «Ата-бабаларыбыҙға хыянат» (Гөллирә), Аяз Ғиләжевтың «Өс ер аршаһы» (Тайфә), Туфан Миңнуллиндың «Яңғыҙ» (Разия), һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрендә иҫтәлекле образдар тыуҙыра. Режиссер булараҡ Сәүиә Сираева «Нур» театрында Сәйфи Кудаштың «Урман әкиәте» спектаклен сәхнәләштерә. Ошо спектакль өсөн ул иң яҡшы режиссура – «Колонсаҡ» балалар постановкалары фестивале премияһына лайыҡ була. «Ай ҡыҙы» телевизион фильмында Мәрйәм ролен башҡара. Күп кенә радиоспектаклдәрҙә уйнай.
Милли театрҙы үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Сәүиә Ғимәҙислам ҡыҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ның һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. СССР Министрҙар Советының почет грамотаһы, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән.
Сәүиә Ғимәҙислам ҡыҙы бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Тамашасыларҙы оптимизм, тормош һөйөүсәнлек һәм изге юмор менән биҙәп, әле һаман сәхнәлә уйнай. Күп йылдар дауамында «Шәреҡ» радиоһында юмористик тапшырыуҙар алып барыусы булып эшләй. Йәш актерҙарға үҙенең бай тәжрибәһен тапшыра. Нуриман районынан яҡташтары менән осрашырға ярата. Тыуған ауылы Иҫке Исайҙы ла онотмай.
Сәхнәһеҙ Сәүиә Сираева үҙенең барлығын күҙ алдына ла килтермәй. Актриса былай ти: "Һөнәремде сикһеҙ яратам, унан ҡәҙерләйем, ғорурланам һәм ғүмеремдең һуңғы минуттарына тиклем хеҙмәт итергә әҙермен. Театр миңә шулай уҡ яуап бирә. Яҙмышыма беҙҙе бергә туплағаны өсөн рәхмәтлемен...»
Фото: ufa.bezformata.com, kazanutlary.ru